6 декабрь, Шишәмбе

18 май 2010 йыл, 14:22

Йәйге сәләмәтләндереү кампанияһын үткәреүгә 3 миллион 860 мең һум аҡса бүленде

автор: Эльмира Сабирова

Быйыл йәйге сәләмәтләндереү кампанияһын үткәреүгә ҡала бюджетынан өс миллион 860 мең һумдан ашыу аҡса бүленде. Был турала бөгөн ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә Өфө йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Эдуард Андуганов хәбәр итте.  

Элеккесә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып йәйге осорҙа үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү тора. Бында өс төп йүнәлеш ҡаралған – ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу, йәштәр хеҙмәт ойошмалары һәм үҫмерҙәр клубтары базаһында ваҡытлыса мәшғүллек.

— Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге аша 2500 кешене эшкә урынлаштырырға планлаштырыла, — тип билдәләне Эдуард Андуганов. – Хәҙерге ваҡытта үҙәк йәйге осорға эш урындары вакансиялары банкы булдырыу буйынса эш үткәрә. 14 майға ҡарата үҙәккә 3 135 кеше мөрәжәғәт иткән, 845-е эшкә урынлаштырылған, шуларҙан балиғ булмағандар – 325. Булған вакансиялар һаны – 447.

1200 бала үҫмерҙәр клубтары базаһында ваҡытлыса эшкә урынлаштырыласаҡ.

Эдуард Андуганов әйтеүенсә, 2009 йылда ҡала бюджетынан был маҡсаттарға 705 мең һум аҡса бүленде, ә быйыл 900 мең ҡаралған, улар хеҙмәт хаҡы түләүгә һәм һалымдарға ғына түгел, клубтарға ағымдағы ремонт үткәреү өсөн кәрәкле материалдар һатып алыуға ла тотоноласаҡ.  

— Беҙҙең төп бурыс – мөмкин тиклем күберәк йәштәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырырға ярҙам итеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфө мэры Павел Качкаев. – Иң мөһиме, йәйге каникулдар осоронда балалар эшһеҙ ҡаңғырып йөрөмәһен.

темалар: йәйге ял