Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Милли китапханала Германиянан әҙәбиәт яңылыҡтары ҡуйылды

Йәмғиәт

Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһының немец теле уҡыу залы теләүселәрҙең барыһын да 2008-2009 йылғы әҙәбиәт яңылыҡтары күргәҙмәһенә саҡыра.

Милли китапхананың сит телдәрҙәге баҫмалар бүлеге мөдире Индира Хәйретдинова хәбәр итеүенсә, был һайланма баҫмалар Германияла Франкфурт китап йәрминкәһенә ҡуйылған булған. Улар араһында — классиканан авангардҡа тиклем хәҙерге заман немец яҙыусыларының, абруйлы әҙәби премиялар лауреаттарының иң яҡшы эштәре.

— Был күргәҙмә – күсмә, ул Гете исемендәге Немец мәҙәни үҙәге (Мәскәү) һәм Гете исемендәге институт (Мюнхен) ярҙамында ойошторолған. Ике аҙнанан китаптар илебеҙ китапханаларының башҡа немец залдарына оҙатыласаҡ, — ти Индира Рәил ҡыҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть