Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Бюджет проекттары буйынса Ведомство-ара хөкүмәт комиссияһы ултырышы

Иҡтисад

Республика Йортонда бюджет проекттары буйынса Ведомство-ара хөкүмәт комиссияһы ултырышы үткәрелде. Эшкә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров етәкселек итте.

Төбәк социаль-иҡтисади үҫешенең төп финанс документы параметрҙарын билдәләүсе төрлө күҙаллауҙар варианттары менән БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко таныштырҙы. Бюджет процесын ойоштороуҙың яңы принциптары тураһында БР финанс министры урынбаҫары Рида Собханҡолова һөйләне.

Ведомство-ара комиссияның эшен теләгән бер кеше күҙәтә алды: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми сайтында кәңәшмә тура трансляцияланды.

Республика бюджетын формалаштырыу мәсьәләһе Башҡортостандың һәр гражданына ҡағыла, шуға күрә бюджет процесы перспективаларын тикшереүгә халыҡ та саҡырыла. Айрат Ғәскәров әйтеүенсә, БР Финанс министрлығы һәм БР Иҡтисади үҫеш министрлығы сайттарында бөтә кәрәкле мәғлүмәт материалдары урынлаштырыласаҡ. Шунда уҡ һорауҙар һәм комментарийҙар ҡалдырырға мөмкин. Хөкүмәт комиссияһы граждандарҙың бөтә тәҡдимдәрен ҡарарға һәм уларҙың иң мөһимдәрен бойомға ашырыуға ҡабул итергә әҙер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть