6 декабрь, Шишәмбе

18 май 2010 йыл, 10:59

Ирәмәл түбәһендә «Роза ветров» экологик акция үткәрә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ирәмәл тауы — республиканың ғорурлығы һәм матурлығы. Әммә тәбиғәт менән аралашыуҙан шатланып өлгөрмәйһең, ҡайһы бер йүнһеҙ әҙәмдәрҙең «Бында Вася булып китте…» кеүек яҙыуҙарын күреп, кәйеф ҡырылып та өлгөрә. «Роза ветров» компанияһынан активистар хәлде төҙәтергә һәм тәбиғәтте һүҙ ҡыйынан таҙартырға ҡарар итте. Был ял көндәрендә Ирәмәлдә экологик акция үтәсәк. Республиканың туристик берләшмәһе теләүселәрҙең барыһын да унда ҡатнашырға саҡыра. Ойоштороусылар замандаштарыбыҙҙың ҡаяларҙа ҡалдырған яҙыуҙарын бөтөрөү өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин итергә вәғәҙә итә. Паяльниктар, тимер щеткалар, иреткестәр, сүп-сар өсөн тоҡтар һәм бейәләйҙәр әҙерләнгән дә инде.

Акция йома көнө кис башлана. Ирәмәлгә үҙ транспортыңда йәки автобуста барырға мөмкин, ул Зорге урамы, 26-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан «Роза ветров» магазинынан 18 сәғәт 30 минутта ҡуҙғала. Автобуста барыу түләүле.

Ҡарағай йылғаһы яры буйында тау итәгендә палаткалар лагеры ойоштороласаҡ. Усаҡ яғып ашарға әҙерләргә мөмкин.

Акция үҙе шәмбе иртәнсәк башлана. Ә эштән һуң туристарҙы усаҡ эргәһендә гитара менән ял көтә. Туранан-тура асыҡ күк аҫтында Ирәмәл тураһында фильмдар ҡарау ойоштороласаҡ.

Ә йәкшәмбе турист-экологтар иҫ киткес матур Ларкин тарлауығына юл тотасаҡ, унда ла ҡаяларҙы яҙыуҙарҙан таҙартып, һуңынан һыу инәсәк. Шунан һуң ҡайтыуға юлға сығасаҡтар. Ентекле мәғлүмәт алыу һәм ҡатнашыуға заявка ҡалдырыу өсөн www.rozavetrov.ru  сайтына инергә йәки 223 73 26 телефоны аша шылтыратырға мөмкин.