4 декабрь, Йәкшәмбе

18 май 2010 йыл, 10:09

«Мәскәү-Ағиҙел транзит» конкурсы тамамланды

автор: Лилиә Заһитова

«Роза ветров-2010» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә үткән быйылғы ижади ярыш Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына, Республика йылына һәм Ағиҙелдең 30 йыллығына арналды. Уны ойоштороусылар – «Арт-фестиваль — Роза ветров» Балалар хәйриә фонды, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ярҙамында балалар ижадын яҡлау мәғлүмәт-методик үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.

2009 йыл аҙағынан«Роза ветров», ике – «һәүәҫкәрҙәр сәнғәте» һәм «профессиональ белем» йүнәлештәренә бүленеп, үҙ квалификацияһын үҙгәртте.

Өс көн буйына – 13 майҙан 15-енә тиклем – Башҡортостан, Татарстан, Удмуртиянан, Силәбе, Төмән, Ырымбур, Амур өлкәләренән, Пермь крайынан 19 йәшкә тиклемге 700-гә яҡын йәш таланттар хореография (халыҡ, классик, хәҙерге заман һәм эстрада бейеүҙәре), вокал (халыҡ, академик, эстрада вокалы), инструменталь музыка башҡарыу (бәләкәй һәм ҙур ансамблдәр, оркестрҙар) өлкәһендә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

«Роза ветров-2010» фестиваленең Гран-прийы «Камертон» академик хорының өлкән йәштәге балалар төркөмөнә (Ырымбур ҡалаһы) һәм эстрада йырҙарын башҡарыусы Влада Латиповаға (Можга ҡалаһы, Удмуртия) бирелде.

темалар: Фестивалдәр