9 декабрь, Йома

18 май 2010 йыл, 9:38

Сит ил паспорттары буйынса 31 майҙан икенсе урынға мөрәжәғәт итергә

автор: Эльмира Сабирова

Пушкин урамы, 63-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының сит ил паспорттары биреү буйынса бүлексәһе икенсе урынға күсә, уның яңы адресы: Өфө ҡалаһы, Красин урамы, 21. Был турала «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Был 2010 йылдың 31 майында буласаҡ.

Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Федераль миграция хеҙмәте идаралығы белгестәре ветерандарға гражданлыҡ алыуҙа ярҙамдарын тәҡдим итә.  

Элекке СССР составына ингән дәүләттәрҙән Рәсәй Федерацияһына даими йәшәү өсөн күсеп ҡайтҡан, һәм ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында әлегә тиклем РФ гражданлығын юлламаған, әммә быны эшләргә теләгән ветерандар йәшәгән урындары буйынса йәки әлеге ваҡытта туҡталған ерҙә ошо мәсьәлә буйынса Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының территориаль бүлексәләренә мөрәжәғәт итә ала.  

Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 250-69-72,  251-41-75, 250-12-78.