7 декабрь, Шаршамбы

18 май 2010 йыл, 9:06

Туғыҙ район аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүҙе тамамланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бүздәк, Дәүләкән, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Шишмә райондары сөгөлдөрсөләре шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүҙе тамамланы. Республиканың йәнә 14 районында көнбағыш сәсеү буйынса план үтәлгән.  

Яҙғы сәсеү тамамланыу алдында. Баҡалы (91%), Бөрө (91%), Благовещен (90%), Бүздәк (90%), Борай (94%), Ҡырмыҫҡалы (91%), Стәрлетамаҡ (94%), Туймазы (91%) райондары ауыл хужалығы предприятиелары 90 проценттан ашыу майҙанда сәсеүҙе ослаған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Балтас, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Туймазы, Федоровка, Саҡмағош, Шаран райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураһын сәсеүҙе тамамлағандар.

Бөгөн булмаһа — иртәгә яҙғы сәсеүҙе Саҡмағош районы эшсәндәре тамамлаясаҡ.  50,4 мең гектарҙың 49,7 меңе сәселгән. Был пландан 99%. Район хакимиәте ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Айҙар Дауытов әйтеүенсә, районда иртә яҙғы культуралар тулыһынса сәселгән. Ҡарабойҙай, кукуруз һәм көнбағыш ҡына ҡалған. Ә бер йыллыҡ үләндәр агротехник сроктарға ярашлы сәселәсәк.