10 декабрь, Шәмбе

17 май 2010 йыл, 17:39

Башҡортостан педагогик вуздары спартакиадаһына йомғаҡ яһалды

автор: Дмитрий Слезин

Бөрөлә Башҡортостан Республикаһы педагогик вуздары спартакиадаһы иҫәбенә ярыштар тамамланды.  

Дөйөм команда иҫәбендә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты командаһы Спартакиада еңеүсеһе булды. З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы командаһы икенсе урын алды, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы командаһы — өсөнсө урында.

Ярыштарҙың өсөнсө көнөндә студенттар дүрт спорт төрөндә көс һынашты: спорт ориентирлау буйынса – 1.Бөрө, 2.Стәрлетамаҡ, 3.Өфө; еңел атлетика – 1.Өфө, 2.Стәрлетамаҡ, 3.Бөрө; атыу – 1.Стәрлетамаҡ; 2.Өфө; 3.Бөрө һәм гер күтәреү спортында – 1.Бөрө, 2.Стәрлетамаҡ, 3.Өфө.

темалар: Спартакиада