Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Бер аҙ ямғырҙар яуыуы көтөлә

Иҡтисад

Башгидромет үҙәге синоптиктары, бөгөн һәм иртәгә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, тип хәбәр итә. Улар Башҡортостандың бөтә территорияһын солғап алмаясаҡ. Тимәк, яуым-төшөм етешмәүе һаҡланасаҡ, һәм аҙ ғына ямғырҙар республикала көсөргәнешле янғын хәүефлелеге шарттарын йомшарта алмай.

— Май айында Башҡортостанды тотош уратып алған ямғырҙар көтөлмәй, — тине Башгидрометтың баш синоптигы Анна Казаева. — Ял көндәренә яуым-төшөм туҡтаясаҡ, ә һауа температураһы бер аҙ кәмейәсәк.

Күҙаллауҙар буйынса, иртәгә үк һалҡын фронт республиканы икегә бүләсәк. Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә көндөҙгө температура 15-20 градусҡа тиклем кәмейәсәк. Көньяҡ-көнбайыш райондарҙа көндөҙ 20-25 градус йылы һаҡланасаҡ.

Төньяҡ һәм таулы райондарҙа шаршамбы төндә ҡырау төшөүе һәм тупраҡ минус 2 градусҡа тиклем һыуыныуы ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть