5 декабрь, Дүшәмбе

17 май 2010 йыл, 17:55

Мортаза Рәхимовҡа һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары рәхмәт белдерҙе

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Башҡортостан республика ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәләмовтан хат килде.

Республика ветерандар советы, Өфөгә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы тантаналарға саҡырылған 270 һуғыш һәм хеҙмәт ветераны исеменән Марат Муллағәләмов республика етәкселегенә байрамды ойошторған өсөн рәхмәт белдерә.

Хатта, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Еңеү байрамын һәм парадын бик яҡшы итеп ойошторған, өлкән быуынды социаль яҡлау, Ватаныбыҙҙың данлы һаҡсылары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса башҡарылған ҙур эш өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бөтә ойошторолған саралар беҙ көткәндәгенән күпкә яҡшыраҡ килеп сыҡҡан. Кешеләрҙең, йәштәребеҙҙең фекерләүендә һәм йөрәктәрендә бөйөк Еңеүҙең мөһимлеген аңлауҙа ҡырҡа һынылыш булыуын күҙәттек. Ветерандарға ихтирам, Еңеү арҡаһында хәҙерге быуын өсөн тыныс тормош тәьмин ителеүен аңлау артҡан. Юбилейҙы байрам иткән көндәрҙә башҡарылған изге эштәр, тере ҡалған фронтовиктарға, тыл эшсәндәренә, һәләк булған яугирҙар ғаиләләренә һаҡсыл һәм иғтибарлы мөнәсәбәт көндәлек тормошта нормаға әүерелһен ине, тип теләйбеҙ».