3 декабрь, Шәмбе

17 май 2010 йыл, 16:37

Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим индерелде

автор: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә янғын шарттары киҫкен тороу менән бәйле, 2010 йылдың 15 майынан 30 июненә тиклем айырым янғынға ҡаршы режим индерелде. 2010 йылдың 14 майындағы 505-се бойороҡҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡул ҡуйҙы.

Бойороҡ автомобиль һәм тимер юлдары эргәһендәге, электр тапшырыу һәм элемтә линиялары, магистраль нефть һәм газ үткәргестәр һыҙаттарында янғынға ҡаршы сараларҙы үтәүгә контролде тәьмин итеү мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтә.

Айырым янғынға ҡаршы режим саралары комплексына бөтә муниципаль янғын подразделениеларында янғын һүндереүселәрҙең тәүлек әйләнәһенә дежур итеүен ойоштороу, етерлек кимәлдә яғыулыҡ-майлау материалдары, тораҡ пункттарын телефон элемтәһе менән тәьмин итеү һәм янғын һүндереү техникаһын төҙөк тотоу инде.

Муниципалитеттарға тораҡ пункттарында патруллек итеү маҡсатында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, ирекле янғынға ҡаршы формированиелар ағзалары һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре составында күсмә төркөмдәр ойошторорға кәрәк.

Шәхси торлаҡ йорттар хужаларына шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын һыу тултырылған һыйымдар һәм янғынға ҡаршы инвентарҙар менән йыһазландырырға ҡушылды, усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу ҡәтғи тыйылды.

БР Урман хужалығы министрлығына урман массивтарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә күҙәтеүҙе  көсәйтергә, урмандарҙа патруллек итеүҙе ойошторорға ҡушылды.

Республика башҡарма власть органдарына, БР муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә документ янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар комплексын үтәүҙе йөкмәтә. Атап әйткәндә, «Торлаҡ» операцияһы сиктәрендә иҫкәртеү саралары үткәреүҙе әүҙемләштерергә кәрәк, ә ауылдарҙа һәм урман массивтарында һәм уларға яҡын урынлашҡан объекттарҙа минераллаштырылған һыҙаттар булдырырға, территорияларҙы сүп-сарҙан һәм ҡоро үләндән таҙартырға кәрәк.

Был бойороҡто үтәүгә контроллек итеү БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына йөкмәтелде.