11 декабрь, Йәкшәмбе

17 май 2010 йыл, 15:32

Журналистар өсөн яңы конкурс иғлан ителде

автор: Любовь Колоколова

31 май – 1 июндә Дондағы Ростовта үтәсәк Рәсәй — Европа Союзы саммиты алдынан, Рәсәй менән берләшкән Европа илдәре араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр темаһы һис ҡасан булмағанса актуаль булып тора. Рәсәйҙәге Евросоюз вәкиллеге онлайн-журналистар һәм блогерҙар өсөн «Берлин стенаһы ауғандан һуң 20 йыл үткәс» конкурсын үткәрә, ул ватан журналистарына был темаға мәсьәләләр даирәһен тикшереү мөмкинлеге бирә.

Конкурсанттарҙың эштәрен компетентлы жюри баһалаясаҡ, уның составына популяр блогерҙар, эксперттар һәм Рәсәй, Европа төп киң мәғлүмәт саралары журналистары инә.

Еңеүселәргә приздар сифатында – Берлинға һәм берҙәм Европаның башҡа баш ҡалаларына сәфәрҙәр, шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр.

Конкурсҡа эштәр ҡабул итеү 10 июндә тамамлана. Конкурста ҡатнашыу өсөн www.europlanet.ru сайтында теркәлергә һәм ентекле мәғлүмәттәрҙе белергә мөмкин.