Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Салауатты данлап» йәш башҡарыусылар конкурсына заявкалар ҡабул ителә

Йәмғиәт

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм Республика йәштәрҙең ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу үҙәге Салауат Юлаевтың 256 йыллығына, РФ-та Уҡытыусылар йылына һәм Республика йылына арналған «Салауатты данлап» йәш патриотик йырҙар башҡарыусыларҙың республика конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итә башлай.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ижади ярыштың төп маҡсаттары булып үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, талантлы йәш башҡарыусыларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, ижади потенциалды асыу, шулай уҡ БР район һәм ҡалалары йәштәрен туплау тора.

Конкурста вокаль коллективтар һәм 35 тиклемге айырым башҡарыусылар ҡатнаша ала. Сығыштар түбәндәге номинациялар буйынса баһаланасаҡ: солистар, вокаль ансамблдәр (дуэт, трио, вокаль төркөмдәр).

Гала-концерт традицион рәүештә «Салауат йыйыны»  республика фольклор байрамы сиктәрендә июндең тәүге яртыһында Ишембай районында үтәсәк.

Ҡатнашыу өсөн 21 майға тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә адресы буйынса БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының йәштәр ойошмалары менән эшләү бүлегенә йыр яҙмаһы һәм заявка ҡалдырырға кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәтте (347) 276-45-87 телефоны аша йәки министрлыҡтың рәсми сайтының www.minsport02.ru «Конкурстар» бүлегендә алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть