Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Иҡтисад буйынса студенттар олимпиадаһы Өфөлә үтәсәк

Иҡтисад

18-20 майҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында иҡтисад һәм предприятиела (тармаҡтар буйынса) идара итеү буйынса Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһының өсөнсө туры үткәрелә.

Олимпиада белгестәр әҙерләү сифатын яҡшыртыу, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, тикшеренеү, проект, производство-административ эшмәкәрлек өсөн кадрҙар потенциалын ойоштороу маҡсатында үткәрелә. Уның төп йүнәлештәре — студенттарҙың уҡыу, фәнни һәм тикшеренеү эшен камиллаштырыу, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Иҡтисад һәм предприятиела идара итеү буйынса олимпиадала Өфө, Барнаул, Пенза, Ижевск, Силәбе һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан 20-ләп юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнашасаҡ. Ярыштар дүрт этапта үтәсәк: иҡтисади тест, мәсьәләләр сисеү, кейс сисеү, эссе яҙыу. Еңеүселәр шәхси һәм команда беренселектәрендә билдәләнәсәк. Бөтә Рәсәй студенттар олимпиададаһында ҡатнашыусылар өсөн ҙур мәҙәни программа ҡаралған.

2007 йылда ӨДАТУ-ла бындай олимпиаданың йомғаҡлау туры үткәрелгәйне инде. Ул саҡта Рәсәйҙең ун ҡалаһынан студенттар командалары ҡатнашҡайны.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть