5 декабрь, Дүшәмбе

17 май 2010 йыл, 14:18

Өфө районының ауыл хужалығы предприятиелары химик утауҙы башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө районының дүрт ауыл хужалығы предприятиеһы ҡый үләндәренә ҡаршы көрәшкә тотондо. Райондағы төп ужым культураһы – бойҙай. Бөгөнгө көнгә 700 гектар ерҙә химик утау үткәрелгән. Райондың ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Лилиә Нәбиева һөйләүенсә, йәшел янғын менән көрәшкә «Башҡортостан пестицидтары» компанияһы отряды әүҙем йәлеп ителә. Улар үҙҙәренең тикшерелгән препараттары менән эшкәртеүҙе сифатлы итеп үткәрә.

Район игенселәре иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүҙе тамамлауға яҡынлашты. Уларға бүленгән 21600 гектар майҙандың 20 мең гектарҙан ашыуында сәсеү үткәрелгән дә инде. Төп культуралар сәсеп бөтөрөлгән. Бер аҙ ҡарабойҙай, кукуруз һәм судан үләне сәсергә ҡалған. Районда бөтәһе 36 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәрергә ҡалған.

Йәшелсәселәр асыҡ грунтҡа йәшелсә сәсеүҙе дауам итә. Кишер һәм һуған тулыһынса ултыртылған. Иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә үҫентеләрен ултыртыу ҙа тамамланған. Әлеге ваҡытта уртаса өлгөрөүсе сорттарҙы ултырталар. Сиратта – һуң өлгөрөүсе кәбеҫтә. Был культураға районда 107 гектар ер бүленгән.

Агротехник сроктарға һәм сорт үҙенсәлектәренә ярашлы, картуф һәм сөгөлдөр ултыртыу алып барыла. Ҡала эргәһе йәшелсәселек хужалыҡтарына бөтәһе 386 гектар ер бүленгән, бөгөнгә шуның 225 гектарына сәселгән.