5 декабрь, Дүшәмбе

17 май 2010 йыл, 12:40

Өфөлә Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

20 майҙан 26-һына тиклем Өфөлә Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә ҡарата Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үткәреләсәк. Был көн илебеҙҙә 26 майҙа билдәләнә.

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы 20 майҙа Карьера көнөнән башланасаҡ. Был сараны ойоштороусылар – Өфөләге "АНКОР" кадрҙар холдингы,  «Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм ӨДАТУ-ның Иҡтисад һәм идара итеү институты. Карьера көнөнөң төп ваҡиғаларының береһе булып төп халыҡ-ара, Рәсәй һәм локаль компанияларҙың вакансиялар йәрминкәһе торасаҡ. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының сығарылыш курстары студенттары компаниялар вакансиялары менә таныша, эш биреүселәрҙең талаптары хаҡында белә аласаҡ. Карьера көнөн йомғаҡлап матбуғат конференцияһы үткәреләсәк.

25 майҙа Өфөлә (К. Маркс урамы, 3 адресы буйынса) «Идаралыҡтар ярыштары» үткәреләсәк. Уларҙы First Business School һәм «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Өфө бүлексәһе ойоштора. Бындай турнирҙар үткәреүҙең төп маҡсаты – идара итеү өлкәһендә социаль технологиялар индереү һәм үҫтереү, эшҡыуарҙарҙың идара итеү мәҙәнилеге һәм профессиональ этикаһы кимәлен күтәреү.

26 майҙа Рәсәй эшҡыуарлығы көнөн байрам итеү менән бәйле иртәнән алып ҡаланың сауҙа һәм бизнес-үҙәктәрендә эшҡыуарҙарҙы ҡотлау үткәреләсәк. Был акцияны «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Өфө бүлексәһе ойоштора.  

«M5» ресторанында эшҡыуарҙарҙың осрашыуы Аҙналыҡтың йомғаҡлау аккорды буласаҡ. Ул эшлекле уйындар, шоу-программа менән бизнес-пикник форматында үтәсәк, тип хәбәр итә «Рәсәй терәге» Өфө бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.