8 декабрь, Кесе йома

17 май 2010 йыл, 12:08

Республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 2,3 тапҡырға артҡан

автор: Эльвира Латипова

2010 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнеше 2,3 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән (уҙған йыл менән сағыштырғанда 231 процент).

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы мәғлүмәте буйынса (әлеге ваҡытта ведомство үҙгәртеп ҡорола), төбәктең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге үҫеше тарихында был беренсе кварталдағы иң юғары күрһәткес.  

Ғинуар-мартта экспорт 2 219,5 миллион доллар тәшкил иткән – 2009 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 167 процентҡа күберәк. Импортҡа операциялар күләме  93,9 миллион долларға тиң – йылына плюс 55 процент. Сауҙа балансының сальдоһы – 2 125,6 миллион доллар.

Йыл башында Башҡортостан 81 дәүләт менән тышҡы сауҙа бәйләнеше алып барған. Республика продукцияһын донъяның 75 иле һатып алған, 52 дәүләттән импорт тауарҙар ҡайтарылған.