4 декабрь, Йәкшәмбе

17 май 2010 йыл, 11:51

Дондағы Ростовта Өфө архитекторҙары проекты еңгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Республиканың «Башкиргражданпроект» проект институты Дондағы Ростовта спорт-тамаша комплексын төҙөүгә иң яҡшы архитектура-ҡала төҙөлөшө концепцияһы ябыҡ конкурсында еңеп сыҡҡан. Конкурста Рәсәйҙән йәмғеһе ете предприятие ҡатнашҡан. Был Мәскәү, Өфө, Дондағы Ростов, Екатеринбург, Ҡазан компаниялары. Өфө архитекторҙары проекты иң уңышлыһы тип табылған.

«Башинформ» агентлығына «Башкиргражданпроект»тың беренсе оҫтаханаһы начальнигы Алевтина Заһиҙуллинаның хәбәр итеүенсә, комплекс һигеҙ мең тамашасыға иҫәпләнгән. Был дөйөм майҙаны 43 мең квадрат метрлыҡ алты ҡатлы ҡоролма. Унда һәр төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бихисап залдар һәм башҡа бүлмәләр, шул иҫәптән ҡунаҡхана номерҙары һәм матбуғат үҙәге лә ҡаралған. Шулай уҡ 150 автомобилгә иҫәпләнгән ике парковка урыны бар. Проекттың дөйөм смета хаҡы бер миллиард һумдан ашыу.

Алевтина Заһиҙуллина әйтеүенсә, комплекс төҙөлөшө киләһе йыл башынан да иртәрәк башланмаҫ, моғайын.