8 декабрь, Кесе йома

17 май 2010 йыл, 11:26

Белорет металлургия комбинатында ЭД-2 декларация системаһы ҡулланылышҡа индерелгән

автор: Эльвира Латипова

«Мечел» компанияһына ҡараған Белорет металлургия комбинатында алдынғы интернет ярҙамында таможня документтарын тултырыу технологияһы ҡулланылышҡа индерелгән.

ЭД-1 форматында электрон декларация тапшырыу Белорет комбинатында 2009 йылдан алып башҡарыла. Ағымдағы йылдың апрелендә БМК электрон декларация тултырыуҙың сифатлыраҡ кимәленә — интернет селтәре ярҙамында эшләүсе ЭД-2 системаһына күсте. 20 апрелдә ЭД-2 форматында тәүге электрон декларация сығарылды, һәм заман технологиялары ярҙамында декларация тултырылған продукцияның тәүге тонналары Үзбәкстанға оҙатылды. Әйтергә кәрәк, Белорет металлургия комбинаты компанияның металлургия дивизионында ЭД-2 системаһында эшләй башлаған тәүге предприятиеларҙың береһе.  

Декларация тапшырыуҙың электрон формаһына күсеү  "Электрон Рәсәй" федераль маҡсатлы программаһы йүнәлешенең береһе булып тора. Электрон форма индереүгә предприятие белгестәренең Белорет таможня посы етәкселеге менән берлектәге эш итеүе етди әҙерлек булған. БМК-ла эшләүсе бар декларанттар алдан һөнәри әҙерлек үткән һәм сертификат алған. Предприятиеға яңы технология менән эшләү өсөн тәғәйен асҡыс һәм электрон цифрлы ҡултамға бирелгән.  

Элемтәнең заманса электрон системаһын ҡулланыу таможня процесын тиҙләтә һәм килешеүҙе документлаштырыу ваҡытын ҡыҫҡарта.  ЭД-2-нең өҫтөнлөгө -  цифрлы элемтә каналы менән сағыштырғанда күпкә арзан булыуында.

Белорет металлургия комбинаты –  төбәктәге тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашҡан иң эре предприятиеларҙың береһе.  Предприятие продукцияһының яртыһынан ашыуы экспортҡа оҙатыла. Ҡағыҙһыҙ эш итеүсе документтар әйләнешенең яңы системаһы декларанттар эшен уңайлыраҡ итәсәк һәм таможня процесын күҙәтеп барырға мөмкинлек бирәсәк.

«Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм мәғлүмәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, апрелдең һуңғы ун көнөндә Белорет комбинатында ЭД-2 системаһын ҡулланып 34 декларация тултырылған. 2010 йыл аҙағына белгестәр таможня органдары менән тулыһынса электрон документ әйләнешенә күсергә ниәтләй.