Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

Баҡсасылар өсөн электр энергияһы арзанайҙы

Иҡтисад

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты баҡсасылар өсөн электр энергияһына яңы тарифтар билдәләне. Йыл башында ғәмәлдәге норматив акттарына ярашлы баҡсасылар «халыҡ» категорияһына тиңләштерелгәйне һәм уларға электр энергияһы өсөн хаҡ ҡала халҡы тарифтары кимәлендә билдәләнгәйне – киловатт-сәғәт өсөн 1 һум 74 тиндән.

Хәҙер иһә, БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, баҡсасылар киловатт-сәғәт өсөн 1 һум 21 тин түләйәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылдың мартында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр өсөн тарифтарҙы арттырыуҙың билдәле бер сиктәрен күҙәтеүгә саҡырҙы.

Федераль закондарға ярашлы, РФ субъекттары башҡарма власть органдары баҡсасылар, коммерция булмаған дача берләшмәләре өсөн электр энергияһына түләү нормативтарын үҙ аллы билдәләргә хоҡуҡлы. Башҡортостан Тарифтар буйынса дәүләт комитеты шулай эшләне лә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть