5 декабрь, Дүшәмбе

17 май 2010 йыл, 10:26

Әбйәлил районында Еңеү паркы барлыҡҡа килде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан Әбйәлил районында Еңеү паркына нигеҙ һалынды.  

«Әбйәлил урман хужалығы» дәүләт учреждениеһы һәм «Баймаҡ урманы» БР дәүләт унитар предприятиеһының Әбйәлил участкаһы уның инициаторҙары булып сығыш яһаны.

0,12 гектар майҙандағы парк Асҡар ауылында урынлашҡан. Ағас ултыртыуҙа  элек урман хужалығында эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла әүҙем ҡатнашты. БР Урман хужалығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар 500 төп шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы ултыртҡан.

Әбйәлил районынан ете меңдән ашыу кеше фронтҡа алынған, шуларҙан яртыһынан күберәге генә әйләнеп ҡайтҡан. Бөгөн районда 47 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.