7 декабрь, Шаршамбы

17 май 2010 йыл, 10:21

Берлинда III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Берлинда Евросоюз һәм сит илдәр башҡорттары ҡоролтайы үткәрелде, унда сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ иҫәбенән III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды. Германиялағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт йортонда Германия, Франция, АҠШ, Израиль, Япония, Бразилия, Португалия һәм башҡа илдәрҙә йәшәүсе башҡорт халҡы вәкилдәре – дөйөм алғанда 13 дәүләттән 90-дан ашыу делегат йыйылды. Шулар араһынан 10-12 июндә Өфөлә үтәсәк III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу өсөн 15 кеше һайланды.

— Бындай сара үткәреү тураһында ҡарар быйыл тәүге тапҡыр ҡабул ителде, — тине, съезда ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Азамат Галин. —БДБ эштәре, ватанташтарыбыҙ һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ тәҡдиме менән республикабыҙ етәкселеге тарафынан беренсе Еросоюз башҡорттары ҡоролтайын тап Германияла үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде, сөнки Берлиндағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт йорто — Европала иң ҙур Рәсәй мәҙәниәт үҙәге ул.  

Съезда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең тәбрикләү хатын ебәргән. «Башҡортостан – бөтә донъяла башҡорт халҡының тел һәм мәҙәниәт байлығын, милли үҙенсәлеген һаҡларға һәм арттырырға тейешле берҙән-бер дәүләт берәмеге, — тиелә унда. — Республиканан ситтә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ үҙҙәрен туған халҡының бер өлөшө итеп тойһон өсөн бөтә кимәлдәрҙә саралар күрелә. Сит илдәр етәкселектәре менән килешеүҙәр төҙөлгән, партнерлыҡ бәйләнештәре булдырылған, Башҡортостан сауҙа вәкиллектәре асылған, Башҡортостан менән Европа һәм Азия илдәре ижади коллективтары, уҡыу йорттары араһында ныҡлы бәйләнештәр урынлаштырылған. Глобалләштереү шарттарында һеҙҙең форум башҡорт халҡының мәҙәниәтен, традицияларын һәм үҙенсәлеген артабан үҫтереүгә һәм һаҡлауға яңы этәргес бирер, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын эҙләп табыу өсөн стимул булып хеҙмәт итер, тип ышанам».

Башҡорт халҡы вәкилдәре Ер шарының бөтә ҡитғаларында тиерлек йәшәй, ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты филиалдары 14 дәүләттә бар. Ватандаштарыбыҙ ҡайҙа ғына булмаһын, үҙ тамырҙарын юғалтмай һәм һәр ерҙә үҙ мәҙәниәтен һаҡлай.

— Был форумға килеүселәрҙең һәр береһенең яҙмышы Рәсәй һәм Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнгән, — тине БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев. — Съезд делегаттары араһында үҙ Тыуған иленә битарафтар булмауына ышанам. Был кешеләрҙең һәр береһе, ҡайҙа ғына булмаһын, республика өсөн бик мөһим. Алда торған III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп бурысы – башҡорт халҡының хәҙерге хәлен һәм яңы иҡтисади шарттарҙа уның артабанғы үҫеш перспективаларын баһалау. Республикабыҙға милли традицияларҙы һаҡлап, шул уҡ ваҡытта прогресс юлынан барырға ярҙам итерлек үҫеш моделен эшләргә кәрәк. Ә сит илдәрҙәге ватандаштарыбыҙ ярҙамынан тыш быны эшләүе, ай-һай, бик ҡатмарлы булыр ине.

Беренсе Евросоюз башҡорттары ҡоролтайы эше барышында делегатлыҡҡа кандидаттарҙың һәр береһе әлеге ваҡытта үҙе йәшәгән илдәге башҡорт халҡы вәкилдәренең хәле менән таныштырҙы. Тауыш биргәндән һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорттар иҫәбенән делегаттар исемлеген раҫлағандан һуң, Азамат Галин донъя берләшмәһендә Башҡортостан имиджын нығытыуға ҙур өлөш индергән ватандаштарыбыҙға Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.