7 декабрь, Шаршамбы

17 май 2010 йыл, 10:14

Өфө ҡыҙы Светлана Гладышева Рәсәй тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты итеп һайланды

автор: Айҙар Хөсәйенов, Дмитрий Слезин | фото: РФ ТССФ

2010 йылдың 31 мартынан алып Рәсәй тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты вазифаһын башҡарыусы Светлана Гладышева “вазифа башҡарыусы” тигән һүҙҙәрҙән ҡотолдо. РФ Тау саңғыһы һәм сноуборд федерацияһының сираттан тыш отчет-һайлау конференцияһында баш ойошманың төбәк федерацияларынан һәм бүлексәләренән 57 делегат ҡатнашты, һәм яҡташыбыҙ Светлана Гладышева бер тауыштан ойошма президенты итеп һайланды.

Светлана 1971 йылдың 13 сентябрендә Өфөлә тыуған. Ул —1994 йылдағы Олимпиадала супер-гигантта (Лиллехаммер) вице-чемпионка, 1991 йылдағы донъя чемпионатында тиҙлектә төшөүҙә бронза миҙал эйәһе,  Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1994). Гладышева –тау саңғыһы спорты буйынса илебеҙ тарихында ике олимпиада призерының береһе. (Икенсеһе — Евгения Сидорова, 1956 йылда Кортина д’Ампеццола слаломда бронза алған).

РИА Новости агентлығында шишәмбелә, 18 майҙа, үтәсәк матбуғат конференцияһы Светлана Гладышеваның федерация  президенты итеп һайланыуына һәм уның был вазифала башҡарырға ниәтләгән эштәренә арналасаҡ.