7 декабрь, Шаршамбы

14 май 2010 йыл, 17:24

Раил Сарбаев Мәскәүҙә бер нисә осрашыу үткәрҙе

автор: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте | фото: Гульнур Галиева

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев федераль министрлыҡтар, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды етәкселәре һәм Урал тау-металлургия компанияһы етәкселеге менән осрашты.

РФ төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин менән осрашыу барышында Раил Сарбаев, 2005 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпкә торған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү республикала тамамланды, тип хәбәр итте. Хәҙерге ваҡытта торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 мартынан һуң иҫәпкә баҫҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына танытлыҡ биреү дауам итә – бөгөн ундайҙар 2000-дән ашыу кеше.

Торлаҡ һатып алыуға социаль түләү биреү тураһында 610 таныҡлыҡ тапшырылды, ә 2005 йылдың 1 мартынан һуң иҫәпкә торған 154 ветеран үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртты ла инде.

Раил Сарбаев билдәләүенсә, федераль үҙәктән финанс ярҙамы ваҡытында һәм кәрәкле күләмдә күрһәтелде. Республикаға 1 миллиард 88 миллион һум аҡса бүленде. Бынан тыш, өҫтәмә рәүештә 582 миллион һум бүлеү планлаштырыла. Премьер-министр Төбәктәр үҫеше министрлығы башлығына БР Президенты һәм республика ветерандары исеменән рәхмәт белдерҙе.

Виктор Басаргин менән һөйләшеүҙең икенсе темаһы Өфөлә киләсәктә энергияны һаҡлаусы йорттар төҙөлөшөнә ҡағылды. Проект әҙер, төҙөлөшкә ер бүленгән, эштәр башланған да инде, процесты тиҙләтеү өсөн йылдам финанслау талап ителә. Нигеҙенән һәм стеналарынан алып йылылыҡ, һыу, электр менән тәьмин итеүгә тиклем «энергияны һаҡлау» форматында башҡарылған был проект бөтә Рәсәй территорияһында таратыу өсөн өлгө булып торорға тейеш.

Министр урынбаҫары Юрий Осинцев менән моноҡалаларҙы хәүеф зонаһынан сығарыу тураһында һүҙ алып барылды. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, был мәсьәлә бик ҡатмарлы, бер төрлө генә рецептар юҡ, тип билдәләне.

Дәүләт корпорацияһы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Константин Цицин менән осрашыуҙа, яҡтар үҙ һүҙҙәрен тотто, тип билдәләнде. Республика үҙ йөкләмәләрен ваҡытында һәм тулыһынса үтәне, ә намыҫлы үтәү бонусҡа дәғүә итергә ярҙам итте. Быйыл республика Фондтан 1 миллиард 452 миллион һум аҡса ала аласаҡ. Шуның 871 миллионы торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлауға файҙаланыласаҡ, ә 581 миллионы –граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә.

«Урал тау-металлургия компанияһы-холдинг» компанияһы етәкселеге – президент Искәндәр Мәхмүдов һәм генераль директор Андрей Козицын менән Раил Сарбаев республиканың УТМК составына ингән предприятиелар урынлашҡан ҡалалары һәм райондарының социаль үҫеше тураһында төҙөләсәк килешеү пункттарын тикшерҙе. Килешеүгә рәсми рәүештә май аҙағында ҡул ҡуйыласаҡ, тип планлаштырыла.