6 декабрь, Шишәмбе

14 май 2010 йыл, 16:27

Башҡортостанда Польша мәҙәниәте көндәре башланды

автор: Сергей Захаров

Бөгөн Өфөлә  күренекле поляк композиторы һәм музыкант Фредерик Шопендың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған Башҡортостанда Польша мәҙәниәте көндәре асылды.  

Өфөнөң 17-се ҡала китапханаһында поляк классик музыкаһы концерты үтте, «Поляктар Көньяҡ Уралда. Тарихи-мәҙәни мираҫ очерктары» китабын презентациялау үткәрелде.

Бөгөн шулай уҡ Сергей Аксаковтың Йорт-музейында Республика поляк үҙәгенә һәм Альберт Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, филология фәндәре докторы, профессор Юлия Чумакованың хәтер кисәһе һәм “Аҡыллы шиғриәт биттәре” («Мудрые поэзии страницы») исемле поляк шағирҙары шиғырҙарының рус теленә тәржемәһе йыйынтығын презентациялау үткәреләсәк.

Иртәгә ҡунаҡтар Өфө районының Шемәк ауыл Советы Октябрьский ауылына барасаҡ, унда поляктарҙың нәҫелдәре — Вольдзики ауылы халҡы менән «Поляк ғаиләһе: кисә, бөгөн, иртәгә» ижади осрашыуы һәм «Тере поляк фольклоры» күргәҙмәһен презентациялау планлаштырылған.

Башҡортостанда Польша көндәре сиктәрендә Өфөнөң Совет районының 100-сө урта мәктәбендә «Александр Пушкин һәм Адам Мицкевич – ике халыҡ шағирҙары» асыҡ сараһы үтәсәк.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты базаһында «Рәсәйҙә поляк телен һәм Польшала рус телен уҡытыу аспекттары: тәжрибә, проблемалар, перспективалар» түңәрәк өҫтәле ойоштороласаҡ.