9 декабрь, Йома

14 май 2010 йыл, 15:51

Башҡорт «Китап» нәшриәтендә өс фотоальбом донъя күрҙе

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт «Китап» нәшриәтендә һәр береһе үҙенә күрә уникаль өс фотоальбом донъя күрҙе.

«Йәшәү хаҡына» фотоальбомында билдәле фотограф Анатолий Михайлович  Виноградовтың Өфөләге, шулай уҡ республиканың башҡа ҡала һәм ауылдарындағы Еңеү Көнөн сағылдырған, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һүрәтләнгән фотографиялары урын алған. Улар 1990 йылдан алып 2004 йылға тиклем төшөрөлгән. Фотоһүрәттәр йәнә байрам яҙмаһын төҙөү мөмкинлеге биргән комментарийҙар менән оҙатылып барыуы арҡаһында ҡиммәтле. Текстар башҡорт һәм рус телдәрендә бирелә.

«Живопись. Алексей Храмов» төҫлө фотоальбомы күренекле рәссамдың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Унда рәссамдың тормошо һәм ижады хаҡында бәйән ителә, эштәренең каталогы бирелә.  

«Зәйнәб Биишева. Тормошо һәм ижады» фотоальбомы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының 100 йыллығына ҡарата нәшер ителгән. Китапта Зәйнәб Биишеваға арналған шиғырҙар, хаттар, замандаштарының иҫтәлектәре һәм бихисап фотолар тупланған. Улар яҙыусының ижади һәм ғаилә тормошон, уның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләүҙе иллюстрациялай.

Китап-альбом һигеҙ бүлектән тора: башҡорт һәм рус телдәрендә «Тормошо һәм ижады», «Зәйнәб Биишеваның шиғыр юлдары», «Хеҙмәттәштәре һәм замандаштары», «Хаттар», « Зәйнәб Биишеваға арнау», «Ғаилә архивы», «Яҙыусының исемен мәңгеләштереү», «Хәтирәләр».

темалар: нәшер эше