4 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2010 йыл, 15:26

Педагогик вуздар араһында республика спартакиадаһы тамамланыу алдында

автор: Дмитрий Слезин

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына, Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы Йылына һәм Башҡортостанда Республика Йылына арналған Башҡортостан Республикаһы педагогик вуздары араһындағы студенттар спартакиадаһы йома көндө, 15 майҙа, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында тамамлана.

Бындағы ярыштар программаһында – ҡалған дүрт спорт төрө: спорт ориентирлауы, еңел атлетика, атыу һәм гер күтәреү спорты.

Был ярыштарҙа педагог студенттар йәмғеһе 13 спорт төрөн үҙләштерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡта урындағы З.Биишева исемендәге дәүләт педагогия академияһында ҡунаҡта милли көрәш, сатраш, баскетбол һәм мини-футбол буйынса ярыштар үтте.

Өфөлә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә студенттар бокс (апрелдә үк), шулай уҡ йөҙөү, рус лаптаһы, волейбол һәм спорт аэробикаһы буйынса көс һынашты. Иң һуңғыһы булып ҡатын-ҡыҙҙар волейболында (1.Стәрлетамаҡ, 2.Өфө, 3.Бөрө) һәм аэробикала (1.Өфө, 2.Бөрө, 3.Стәрлетамаҡ) урындар билдәләнде.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы сығыш яһай.

Яҡын арала Спартакиадаға йомғаҡ яһаласаҡ һәм уның еңеүсеһе билдәләнәсәк.

темалар: спартакиада