Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Дауыл тураһында иҫкәртеү көсөндә ҡала

Йәмғиәт

Кисә республиканың бер нисә районында көслө дауыл һәм йәшендәр үтте. Хатта баш ҡалала ла секундына 15 метрға тиклем ел иҫеүе теркәлде. Башҡортостан буйынса дауыл тураһында иҫкәртеү бөгөн дә көсөндә ҡала. Башгидромет синоптиктарының күҙаллауҙарынса,  бөгөн көндөң икенсе яртыһында тотороҡһоҙ көсһөҙ ел иҫәсәк. Йәшен ваҡытында ел секундына 21-26 метрға тиклем етеүе ихтимал.  Бындай һауа торошо төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ғына көтөлә.  Йәшендәр күп осраҡта ямғырһыҙ үтәсәк.

— Йәшен һәм киҫкен ел-дауылдар республиканың төньяҡ-көнсығышының йылы һәм һыуыҡ һауа фронты осрашҡан зонаға тура килеүе менән аңлатыла, — тине Башгидрометтың баш синоптигы Анна Казаева. – Ял көндәрендә тыныс, эҫе көндәр торасаҡ. Ямғырҙар әлегә көтөлмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть