5 декабрь, Дүшәмбе

14 май 2010 йыл, 14:54

Ял көндәре Ағиҙел буйында – велотриал буйынса РФ кубогы

автор: Дмитрий Слезин

15-16 майҙа Өфөлә, Дуҫлыҡ Монументы алдындағы пристандә, велотриал буйынса Рәсәй Кубогының V этабы ярыштары үтәсәк.

Велотриал – ул велосипедта төрлө ҡаршылыҡтар аша үтеүҙә ярыш.

Турнирҙы Рәсәй велосипед спорты федерацияһы, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм БР Хәрби-спорт фонды ҡатнашлығында Өфөнөң Совет районы йәш техниктар станцияһы ойоштора.

Ярыштарҙа Рәсәйҙең алдынғы велотриалсылары —30-ҙан ашыу  профессиональ спортсы бөтә Рәсәй рейтингыһында юғары урындар һәм ил кубогына  көрәшәсәк.