6 декабрь, Шишәмбе

14 май 2010 йыл, 14:47

Мортаза Рәхимов Юрий Ахвледиани менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 14 майында Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ЮНИДО-ның проекттар төҙөү буйынса бюроһы директоры урынбаҫары Юрий Ахвледиани менән осрашты.

Башҡортостан менән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының бәләкәй һәм урта бизнесҡа, агросәнәғәт комплексына ярҙам өлкәһендә сәнәғәтте үҫтереү (ЮНИДО) буйынса артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде, заманса энергияны һаҡлау технологияларын индереү перспективалары ҡаралды.

Мортаза Рәхимов менән Юрий Ахвледиани Башҡортостан менән ЮНИДО араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең хәҙерге кимәлен ыңғай баһаланы. ЮНИДО эксперттары ҡатнашлығында Башҡортостанда «Полиэф» комплексы, гидроэлектростанцияһы менән Йомағужа һыу һаҡлағысы төҙөлөшө кеүек ҙур инвестицион проекттар тормошҡа ашырылды.

Мортаза Рәхимов фекеренсә, ЮНИДО менән хеҙмәттәшлек Башҡортостандың халыҡ-ара иҡтисади майҙанға әүҙем үтеп инеүенә булышлыҡ итә. Республика Президенты, ЮНИДО ярҙамында республика производствоһының иң конкуренцияға һәләтле технологияларын тышҡы баҙарҙарға сығарыуға өлгәшергә кәрәк, тип иҫәпләй.

Осрашыу ваҡытында Мортаза Рәхимов менән Юрий Ахвледиани Өфөлә ЮНИДО төбәк офисын асыу тураһында һөйләшеп килеште. Юрий Ахвледиани әйтеүенсә, был Башҡортостанға БМО структуралары менән төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлектең яңы кимәленә сығырға һәм берлектәге инвестицион проекттарҙы әүҙемерәк тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк.

Осрашыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров, Башҡортостандың Австриялағы вәкиле Вадим Плетнев ҡатнашты.