Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәғариф министрлығы тхэквондо буйынса турнир үткәрә

Йәмғиәт

14-16 майҙа Өфөлә (28-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Гвардейская урамы, 46/2) Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының тхэквондо буйынса асыҡ беренселеге һәм «Ғәскәр» төбәк-ара турниры үтәсәк.

Ярыштар Еңеүҙең 65 йыллығына бағышлана.

Был турнир дүртенсегә үткәрелә, һәм йылдар менән уның популярлығы ла арта бара. Йыл һайын турнирға Рәсәйҙең төрлө төбәгенән -  Свердловск, Һамар, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һәм Татарстан Республикаһынан спортсылар йыйыла. Быйыл 400 спортсының ҡатнашыуы көтөлә.  

Ярыштар өс йәш төркөмөндә үткәрелә: 1999-2001 йылғы үҫмерҙәр, 1996-1998 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр, 1993-1995 йылғы юниорҙар.

Республика данын халыҡ-ара аренала яҡлаған Башҡортостандың билдәле спортсылары ла турнирҙа ҡатнаша.

Файтерҙар махсус 2012 йылдағы Лондонда үтәсәк Олимпиада өсөн әҙерләнгән яңы электрон жилеттарҙа сығыш яһаясаҡ.

Теги: тхэквондо
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть