11 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2010 йыл, 14:30

Башҡортостан менән Литва араһында аграр хеҙмәттәшлек үҫешәсәк

автор: БР Хөкүмәтенең мабуғат хеҙмәте

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Литваның «АРВИ» агросәнәғәт компанияһы вәкилдәре менән осрашты. Балтика буйындағы был иң эре компанияларҙың береһенә Литва, Украина, Россия һәм Хорватияла теркәлгән 15 бүлендек предприятие ҡарай.

Шәкәр, аҙыҡ-түлек продукттары, ашламалар етештереү һәм ҡошсолоҡ менән бергә, АРВИ, шул иҫәптән, малдан ҡалған ҡалдыҡтарҙы утилләштереү менән дә шөғөлләнә. Ҡалдыҡтар һуңынан яндырылыусы биомассаға, һөйәк онона һәм техник майға эшкәртелә.

Осрашыу барышында шундай уҡ производствоны – мал ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса заводты Башҡортостан территорияһында төҙөү мөмкинлеге тураһында фекер алышыу булды.