Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика йортонда осрашыу

Сәйәсәт

14 майҙа Республика Йортонда  Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры урынбаҫары, компанияның төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Телевидение һәм радиотапшырыуҙарҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Рифат Сабитов республика башлығын яҡын араларҙа белем биреү һәм балалар телетапшырыуҙары өлкәһендә бойомға ашырыласаҡ проекттар менән таныштырҙы. Осрашыуҙа шулай уҡ «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы эшмәкәрлеге тураһында ла һүҙ алып барылды. Рифат Сабитов, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының төп подразделениеларының береһе булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның фекеренсә, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының әлеге матди-техник базаһы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ кимәле бөтә билдәләнгән пландарҙы уңышлы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.  

Шулай уҡ республика телерадиотапшырыуҙар селтәрен модернизациялау һәм цифрлы телевидениеға күсеү менән бәйле мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Бының өсөн Башҡортостанда кәрәкле техник шарттар булдырылған, тип билдәләнде.

Осрашыуҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры Рәмис Дәүләтбаев ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть