11 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2010 йыл, 12:08

Наркополицейскийҙар ярты центнер наркотиктарҙы юҡ итте

автор: Юлай Мәғсүмов

Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 50 килограмдан ашыу наркотиктар: марихуана, мәк һаламы, героинды юҡ итте. Наркотиктар һатыуҙан криминаль табыштың дөйөм суммаһы 7 миллион һум самаһы тәшкил итер ине, тип хәбәр итә Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте.

Фемида уларға “үлемесле хөкөм” сығарҙы. Суд ҡарары буйынса наркоенәйәтселек менән бәйле 40 енәйәт эше буйынса бөтә матди дәлилдәр юҡ ителергә тейеш.