6 декабрь, Шишәмбе

14 май 2010 йыл, 11:17

Адрес-белешмә хеҙмәте кешеләрҙе эҙләп табыуҙа ярҙам итә

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының адрес-белешмә эше бүлеге Рәсәй Федерацияһы граждандарына таныштарын һәм туғандарын эҙләп табыуҙа баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Ғәлиә Мөхәмәҙиеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл һайын миграция хеҙмәтенә кешене табыуҙы һорап бик күп мөрәжәғәттәр килә.

— Бүлек эшенең һөҙөмтәлелеге башлыса граждандарҙың аңлылығына бәйләнгән, — ти Ғәлиә Мөхәмәҙиева. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр үҙҙәренә ебәрелгән һорауҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдыра. Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙҙан, туғандарығыҙҙан кемделер табырға теләһәгеҙ, адрес-белешмә эше бүлегенә ғариза менән үҙегеҙ мөрәжәғәт итә йәки хат яҙып ебәрә алаһығыҙ, унда эҙләнгән кеше тураһында ла, үҙегеҙ тураһында ла мәғлүмәттәр күрһәтелергә тейеш.

Әгәр мәғлүмәтте шәхси кеше һораһа, адрес-белешмә бүлеге эҙләнгән кешегә, ғариза биреүсегә үҙ аллы яуап бирһен өсөн, запрос ебәрә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ғариза биреүсегә яуап ебәреү өсөн эҙләнгән кешенең быға ризалығы һорала.

Эҙләнгән кеше үлһә йәки икенсе төбәккә күсеп китһә, шулай уҡ Башҡортостан территорияһында теркәлмәһә, адрес-белешмә эше бүлеге кисекмәҫтән был турала хәбәр итә.  

Әгәр 30 көн эсендә эҙләнгән кешенән яҙма ризалыҡ килмәһә, мөрәжәғәт итеүсе адресына мәғлүмәт биреү мөмкинлеге юҡлығы тураһында хәбәр ебәрелә.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн (347) 250-60-08, 279-41-05 телефондары аша Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының адрес-белешмә эше бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.