3 декабрь, Шәмбе

14 май 2010 йыл, 10:49

Хәрби тематиканы яҡтыртҡан өсөн журналистар премия аласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Киң мәғлүмәт сараларында хәрби тематиканы иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсына материалдар ҡабул итеү 1 июндә тамамлана. Конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған. Уны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ һәм БР Журналистар союзы.

Конкурсҡа 2008 йылдың 1 майынан быйыл 31 майға тиклем баҫылып сыҡҡан материалдарҙы ебәрергә мөмкин. Жанр – төрлө: очерк, мәҡәлә, репортаж, интервью һәм башҡалар. Йомғаҡтар июнь айында, БР Матбуғат хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам иткәндә иғлан ителәсәк.

Түбәндәге номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк: «Республика гәзит һәм журналдары редакцияларында, интернет-сайттарҙа хәрби тематиканы яҡтыртыу буйынса эште иң яҡшы ойоштороу», «Ҡала, берләшкән, район гәзиттәре редакцияларында, интернет-сайттарҙа хәрби тематиканы яҡтыртыу буйынса эште иң яҡшы ойоштороу», «Республика, ҡала, берләшкән, район гәзит-журналдары, интернет-сайттар журналистарының хәрби тематикаға иң яҡшы эштәре».

Диплом менән бергә еңеүселәр аҡсалата премия ла аласаҡ: беренсе урын өсөн – 10 мең һум, икенсе – ете мең, өсөнсө урын өсөн – өс мең һум.