10 декабрь, Шәмбе

14 май 2010 йыл, 9:46

«Мәскәү-Ағиҙел транзит» конкурсы – оҫталыҡ бейеклектәренә күтәрелеү нигеҙе ул

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ағиҙел ҡалаһында 13 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Мәскәү-Ағиҙел транзит-2010» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы башланды. Ул «Роза ветров» халыҡ-ара фестиваль-конкурсының төбәк һайлап алыу туры булараҡ бында алтынсы йыл инде үткәрелә. Уны ойоштороусылар –  «Арт-фестиваль — Роза ветров» Балалар хәйриә фонды, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.

Ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста үҙҙәрен һынап ҡарау өсөн 700-гә яҡын кеше йыйылды. Былар Ырымбур, Томск, Силәбе өлкәләре, Башҡортостан һәм Татарстан ҡалаларынан һәм райондарынан йәш таланттар.

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, уларға изге теләктәр теләп, ҡотлау менән мөрәжәғәт итте. Тәбрикләү хатында ул, республикабыҙҙа йәштәрҙең интеллектуаль һәм ижади потенциалын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән әүҙем йәштәр сәйәсәте үткәрелә, тип билдәләне.  «Башҡортостан йәштәре» Президент программаһы тормошҡа ашырыла. 2000 йыл – Йәштәр йылы, ә 2009 йыл Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан ителде. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премиялары, фән һәм техника өлкәһендә гранттар һәм йәштәр премиялары булдырылды. Балалар, үҫмер малайҙар һәм ҡыҙҙар төрлө олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, ярыштарҙа һәм смотрҙарҙа торған һайын күберәк һәм һөҙөмтәлерәк ҡатнаша.

“Сираттағы «Мәскәү-Ағиҙел транзит» конкурсы юғары кимәлдә үтер, вокал, хореография, инструменталь музыка өлкәһендә һәм башҡа номинацияларҙа яңы таланттар асырға ярҙам итер, тип ышанам!

Һеҙгә сәләмәтлек һәм бәхет, сағыу ижади ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләйем! «Роза ветров» конкурсында уңышлы сығышығыҙ сәнғәт оҫталығы бейеклектәренә күтәрелеүегеҙҙең башланғыс нөктәһе булһын! Хәйерле сәғәттә!” – тип изге теләктәрен еткерҙе Мортаза Рәхимов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәскәү-Ағиҙел транзит-2010» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы 16 майға тиклем барасаҡ һәм ҙур гала-концерт менән тамамланасаҡ.

Ҡатнашыусыларҙы тыңлап ҡарау һәм лауреаттарҙың гала-концерты «Иҙел» Ҡала мәҙәниәт йортонда үтәсәк.

темалар: конкурстар