6 декабрь, Шишәмбе

14 май 2010 йыл, 9:38

Төркиәлә «Башҡортостан – Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуған ере: башҡорттар һәм уларҙың мәҙәниәте» семинары үтте

автор: Хәсән Дауытов

Гази университетында хәҙерге төрки телдәре бүлеге һәм төрки донъяһын өйрәнеү буйынса студенттар йәмғиәте менән ойошторолған «Башҡортостан – Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуған ере: башҡорттар һәм уларҙың мәҙәниәте» ғилми-ғәмәли семинары үтте.  

Әхмәтзәки Вәлидиҙең ғилми эшмәкәрлеге хаҡында — тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлиховтың һәм хәҙерге төрки телдәре бүлеге деканы, профессор, доктор Наджия Йылдыздың, башҡорт халыҡ йолалары тураһында – уҡытыусы Эркан Карагездың, Башҡортостандың географик һәм иҡтисади торошо тураһында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы менән университет-ара алмашыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда булып ҡайтҡан студент Мустафа Айдынерҙың докладтары тыңланды. Сығыштар фотоһүрәттәр күрһәтеү менән оҙатылып барҙы.