5 декабрь, Дүшәмбе

14 май 2010 йыл, 9:23

Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙамға Башҡортостан федераль бюджеттан 225 миллион һум аласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығында 2010 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы сараларын финанслауға бюджетҡа субсидиялар билдәләүгә Рәсәй Федерацияһы субъекттарын һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһының ултырышы үтте.

Конкурсҡа килгән ғаризаларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһының 82 субъектынан 7567,08 миллион һум дөйөм суммаға 391 заявка еңде. Башҡортостан Республикаһы бюджетына субсидия күләме 225 миллион һум тәшкил итә.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бүлеп бирелгән средстволарҙы киләһе сараларға йүнәлтеү планлаштырыла: бизнесын яңы асҡан бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын субсидиялауға; лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялауға; бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының электр селтәре хужалыҡтарына ҡушылыуы (100 кВт-ҡа тиклем) һәм энергияны һаҡсыл ҡулланыу программаларын ғәмәлгә ашырыу менән бәйле сығымдарының бер өлөшөн субсидиялауға; бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының муниципаль үҫеш программалары сараларына ярҙам итеү өсөн БР муниципаль берәмектәргә субсидиялар биреүгә; эшен яңы асҡан эшҡыуарҙарға ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыу курстарын ойоштороуға.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында Республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше программаһын финанслауға 2010 йылға Башҡортостан бюджетынан 100 миллион һум бүленгән. Бынан тыш, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙамға төбәктә башҡа средстволар йәлеп итеү ҙә ҡаралған.