Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Башҡортостан ынйылары» республика фестивале еңеүселәрен бүләкләйәсәктәр

Йәмғиәт

«Башҡортостан ынйылары» республика халыҡ ижады фестиваленә 14 майҙа БР Мәғариф министрлығының Республика уҡыусы йәштәре мәҙәниәт үҙәгендә йомғаҡ яһаласаҡ. Быйылғы конкурс Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналды.

«Башинформ» агентлығына ойоштороусыларҙың хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә башланғыс һөнәри белем биреүсе 20 учреждение коллективы ҡатнашҡан.

Жюри беренсе урынды бүлешкән Балтас районының 87-се профессиональ училищеһы менән Стәрлетамаҡтың 3-сө профессиональ училищеһы йәштәрен иң яҡшылары тип баһалаған.  Икенсе урында — Стәрлебаш районынан 107-се училище вәкилдәре, өсөнсөлә -  Нефтекаманан 59-сы профессиональ лицей уҡыусылары.

Конкурс еңеүселәренә дипломдар, маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть