Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Информреклама» нәшриәтендә Туймазы юбилейына фотоальбом донъя күрҙе

Йәмғиәт

Өфөнөң «Информреклама» нәшриәтендә быйыл билдәләнәсәк ике юбилейға – Туймазы районының 80 йыллығына һәм Туймазының ҡала тибындағы ҡасабанан ҡалаға үҙгәртелеүенең 50 йыллығына арналған төҫлө фотоальбом нәшер ителде.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, фотоальбом биттәренән урын алған бар фотоһүрәттәрҙе лә урындағы авторҙар — Рүзил Ғәйнетдинов,  Әнәс Арсланов, Марат Ғәйнетдинов һәм Руслан Нагаев эшләгән. Сифаты буйынса уларҙың фотографиялары баш ҡала фотохәбәрселәре эштәренән бер ҙә ҡалышмай.

Китап 3500 экземпляр тираж менән сыҡты һәм Туймазының китап магазиндарында һатыуға сығарылды.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть