8 декабрь, Кесе йома

13 май 2010 йыл, 17:34

Өфөләге проблемалы йорт өсөн яңы төҙөүсе табылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөләге  Чернышевский һәм Гончарная урамдары киҫелешендәге торлаҡ йортто ағымдағы йылдың авгусында өлөшләтә файҙаланыуға тапшыра башлаясаҡтар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Баир» компанияһы был йорттоң төҙөүсеһе иҫәпләнә ине, ул фатир алыу маҡсатында төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандарға 232 миллион һум күләмендә зыян килтергән. Уның етәкселәренә ҡарата енәйәт эше асылған.

Проблемалы йорт төҙөлөшө Өфө хакимиәтенең махсус контроленә алынған, шуның арҡаһында оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөштө тамамларға күптән түгел яңы төҙөүсе табылған. Ул «Башкортостаннефтезаводстрой» тресының «10-сы төҙөлөш идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

«Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә документтар тәртипкә килтерелә, объектта монтажлау һәм биҙәү эштәре башланған, йылылыҡ трассаһы үткәрелә.

Йортто этап буйынса сафҡа индереү планлаштырыла. Беренсе секция августа әҙер буласаҡ, киләһе секцияларҙы файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты төҙөлөш дауамында билдәле буласаҡ. Төҙөлөшкә аҡсаһын һалған бар граждандарға ла яңы төҙөүсе менән килешеүҙәрҙе яңыртырға кәрәк буласаҡ.

темалар: төҙөлөш