5 декабрь, Дүшәмбе

13 май 2010 йыл, 16:47

Геология һәм ҡаҙылма байлыҡтар музейында яңы күргәҙмә асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Геология һәм ҡаҙылма байлыҡтар музейында балалар-үҫмерҙәр геологик хәрәкәтенә арналған күргәҙмә асылды.

Башҡортостанда балалар геологик хәрәкәтен үҫтереү буйынса ҙур тәжрибә тупланған. Был төрлө сараларҙа, баҫылған мәҡәләләрҙә, ғәмәлдәге стендтарҙа һәм экспозицияларҙа, шулай уҡ йәш геологтар ҡулдары менән яһалған экспонаттарҙа сағыла.

Был хәрәкәт тарихын һаҡлау һәм ҡаҙаныштарын арттырыу өсөн балалар-үҫмерҙәр геологик хәрәкәте буйынса Республика комиссияһы ҡайһы бер материалдарҙы һәм экспонаттарҙы даими һаҡлау һәм күрһәтеү өсөн БР Геология һәм ҡаҙылма байлыҡтар музейына тапшырырға ҡарар итте.

Күргәҙмә 1 июнгә тиклем эшләйәсәк.