3 декабрь, Шәмбе

13 май 2010 йыл, 16:19

Рәсәйҙә кириллицалағы .рф домены эшләй башланы

автор: "Башинформ"

Рәсәйҙә кириллицалағы .рф домены эшләй башланы, тип хәбәр итә РИА Новости. Унда тәүге ике сайт барлыҡҡа килде — президент.рф һәм правительство.рф, тип хәбәр итте кесаҙнала Мәскәүҙә асылған Интернет менән идара итеү буйынса тәүге Рәсәй форумында Интернет селтәренең милли домены координацион үҙәге директоры Андрей Колесников.

РИА Новости хәбәр итеүенсә, әлегә бар браузерҙар ҙа яңы доменды ҡуллана алмай әле. ICANN (Internet Corporation for Assigned Names and Numbers) корпорацияһы башлығы Род Бекстром Андрей Колесниковҡа .рф домены менән етәкселек итеүгә координацион үҙәккә вәкәләттәр биреүсе сертификат тапшырған.

Рәсәйҙең кириллицала эшләнгән юғары кимәлдәге милли домены 2008 йылдың 5 ноябрендә Ҡаһирәлә үткән 33-сө ICANN конференцияһы сиктәрендә .рф атамаһын алған. Домен администраторы булып Координацион үҙәк тәғәйенләнгән.

Рәсәй милли домен алған латин булмаған алфавитлы тәүге ил. Уҙған йыл аҙағында дәүләт власы органдары һәм теркәлгән тауар знагы булған компаниялар өсөн .рф зонаһында домендарҙы өҫтөнлөклө резервҡа алыу башланды. Уны яҙ тамамлау планлаштырылған ине, ләкин һуңынан өҫтөнлөклө резервлау ҡағиҙәләрен үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителде, һәм ул 2010 йылдың көҙөнә тиклем оҙайтылды. Шул уҡ мәлдә яңы зонала өҫтөнлөклө резевлау хоҡуғы бирелгән ойошмалар исемлеге лә киңәйтелде.  

Дәүләт органдары өсөн өҫтөнлөклө резевлау эше тулыһынса тамамланыу алдында. Теркәүселәр .рф зонаһында киң мәғлүмәт саралары һәм башҡа ҡулланыусылар категориялары өсөн резервҡа алыу эштәрен башланы.

темалар: интернет