9 декабрь, Йома

13 май 2010 йыл, 16:17

Столыпиндың 150 йыллығы 2012 йылда дәүләт кимәлендә билдәләнәсәк

автор: Марина Шумилова

РФ Президенты Дмитрий Медведев 2012 йылда Рәсәй дәүләт эшмәкәре, премьер-министр Петр Столыпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Кремль сайты. Дәүләт башлығы Указына ярашлы, РФ Хөкүмәтенә ойоштороу комитеты төҙөргә, юбилейға әҙерләнеү һәм байрам итеү буйынса төп саралар планын эшләргә ҡушылған.

Министрҙар Кабинетына "Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына Петр Аркадьевич Столыпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы байрам итеүгә әҙерләнеүҙә һәм уны үткәреүҙә ҡатнашырға тәҡдим итергә" ҡушылды.

Петр Столыпин 1862 йылдың 17 апрелендә тыуған. Рәсәй тарихына ул реформатор булараҡ ингән. Ул үткәргән реформалар Рәсәйгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҡтисади үҫеш темптары буйынса донъяла бишенсе урынға сығырға, сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы инвестиция һәм һалым шарттары булдырырға ярҙам итә. Столыпин 1911 йылда һәләк була һәм Киевта Киев-Печера лавраһында ерләнә.

2008 йылдың майында РФ Хөкүмәте Столыпин миҙалын булдыра, ул илдең социаль-иҡтисади үҫешенә индергән хеҙмәт өлөшө өсөн тапшырыла.