4 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2010 йыл, 15:51

Башҡортостан инвалид балаларҙы уҡытыуға федераль субсидиялар аласаҡ

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылда РФ субъекттары араһында инвалид балаларға дистанцион уҡытыуҙы ойоштороуға субсидиялар бүлеү раҫланған. РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 2010 йылдың 19 апрелендәге 393-сө һанлы тейешле ҡарары РФ Юстиция министрлығында 2010 йылдың 5 майында 17111 номеры аҫтында теркәлгән.

Субсидияларҙың дөйөм суммаһы 2 миллиард 500 миллион һум тәшкил итә. Был сумманан, атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһына 44 миллион һум бүленгән, Чечен Республикаһына — 59 миллион һум, Краснодар крайына — 84 миллион һум, Камчатка крайына — 2 миллион һум, Мәскәү өлкәһенә — 29 миллион һум, Ленинград өлкәһенә — 13 миллион һум.

http://www.consultant.ru/online/base/?req=doc;base=LAW;n=100222

темалар: социаль яҡлау