9 декабрь, Йома

13 май 2010 йыл, 15:11

Милекте һатыу һәм ҡуртымға алыу буйынса сауҙаға ҡыҙыҡһыныу арта

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

21 майҙа Өфөнөң Муниципаль милеккә идара итеү комитеты торлаҡ булмаған фонд объекттарын ҡуртымға алыу килешеүҙәре төҙөү хоҡуғына сираттағы аукцион үткәрә. Бөтәһе 17 лот — Өфөнөң ете районынан биналар ҡуйыласаҡ. Алдан индереләсәк аҡса суммаһы башланғыс хаҡтың 20 процентын тәшкил итәсәк, ул 33 меңдән алып миллион һумдан ашыуға тиклем тәшкил итәсәк. Ҡағиҙә булараҡ, аренда срогы ун йылдан ашмай. Был турала Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары, Муниципаль милеккә идара итеү комитеты рәйесе Рәмил Дилмөхәмәтов хәбәр итте.

— Башлыса беҙ Нагаево, Тихая Слобода ҡасабаларындағы участкаларҙы һатыуға ҡуябыҙ, — тине Рәмил Хөрмәт улы. – Һатыуға ҡуйылған лоттар майҙаны 10-15 сутый тәшкил итә. Бындай участкаларҙың иң кәм хаҡы — 500 мең һум. Ҡиммәтерәк лоттарҙың хаҡы миллион һумдан ашып китә.

7 майҙа үткәрелгән аукцион һөҙөмтәләре буйынса ҡатнашыусыларҙың береһе шәхси торлаҡ төҙөлөшө алып барыу өсөн биш миллион һумға ер участкаһын ҡуртымға алыу килешеүе төҙөүгә хоҡуҡ алды. Шулай уҡ бер кешенең бер нисә лот һатып алыу осрағы ла теркәлде, ә был закон менән тыйылмай.