3 декабрь, Шәмбе

13 май 2010 йыл, 14:13

Йәш ғалимдар өсөн конкурсҡа документтар ҡабул итеү дауам итә

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы 2009 йылда фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә документтар ҡабул итеүен дауам итә.

Ул БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән 2002 йылда республиканың фәнни потенциалын үҫтереү һәм һәләтле йәш ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында булдырыла. Шул ваҡыттан алып был осорҙа 14 йәш ғалим һәм ете коллектив премия лауреаттары булды.

Йыл һайын тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә өс премия бирелә.

2009 йылғы республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә шәхсән рәүештә, шулай уҡ авторҙар коллективы составында (иң күбе биш кешенән торған) 35 йәшкә тиклемге фәнни хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар, шулай уҡ халыҡ хужалығы белгестәре күрһәтелергә мөмкин.

Дәүләт премияһына дәғүә итеүгә күрһәтелгән ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре (дәүләт сере булып торған мәғлүмәттәрҙән тыш) матбуғатта баҫылып сығырға тейеш.

Эштәр 1 июлгә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 27-се бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 251-57-11. Өҫтәмә мәғлүмәт менән министрлыҡтың рәсми сайтында www.minsport02.ru («Конкурстар» бүлегендә) танышырға мөмкин.