6 декабрь, Шишәмбе

13 май 2010 йыл, 12:49

«Байыҡ-2009» еңеүселәре Еңеү көнөн Мәскәүҙә үткәрҙе

автор: Николай Ермоленко

Балалар араһында былтырғы “Байыҡ” республика бейеү бәйгеһендә еңеүселәр –   Р. Ғарипов исемендәге республика гимназияһынан гран-при яулаусы 15 йәшлек Рәфис Иҙрисов һәм лауреат – Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан 11 йәшлек Диана Ейәнсурина Еңеү көнөндә Мәскәүҙә булып ҡайтты. Баш ҡалаға сәфәр улар өсөн Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеванан махсус бүләк булды.

Бөтә ил Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам иткән әһәмиәтле көндәрҙә Мәскәүгә саҡырыу фестиваль призерҙары өсөн көтөлмәгән хәл булды. Баш ҡалала депутат һәм уның ярҙамсылары араһында үткән дүрт көн эсендә балалар ҡаланы бөтә матурлығында күрҙе. Воробьев тауҙарында улар байҡау майҙансығынан баш ҡала панорамаһын ҡарап һоҡланды. Теплоходта Мәскәү йылғаһы буйлап йөҙөү, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарын ҡарау онотолғоһоҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Депутат, балаларҙы Мәскәү зоопаркына, Горький исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркына алып барып, күңелдәрен күреү тураһында ла онотманы, бында улар төрлө аттракциондарҙа, аквапаркта ял итте. Шулай ҙа Ҡыҙыл майҙан буйлап үтеү һәм Еңеү көнө хөрмәтенә салют балаларҙа иң сағыу тәьҫораттар ҡалдырғандыр.