Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес-2010» конкурсы иғлан ителгән

Иҡтисад

III «Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес-2010» республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ул Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә ҡарата 2010 йылдың 3 июнендә үтәсәк.  

Һөнәри ярышты «Тармаҡ-ара институт» дәүләттеке булмаған белем биреү учреждениеһы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса Идаралығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойоштора. Конкурс Рәсәй техник күҙәтеүенең Урал буйы Идаралығы ҡатнашлығында үткәрелә.

БР Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эш менән тәьмин итеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр иғтибарын тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә йәлеп итеү, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте яҡшы һаҡлаусы предприятиеларҙы билдәләү конкурстың төп маҡсаты иҫәпләнә.

Конкурста тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ойошманан йүнәлтелгән, шулай уҡ үҙ аллы килгән белгестәр ҙә ҡатнаша ала. Бер предприятиенан килеүсе конкурсанттар иҫәбе сикләнмәй. Һәр ҡатнашыусыға иғәнә 1800 һум тәшкил итә (18 процент күләмендәге өҫтәлгән хаҡҡа һалымды ла иҫәпләгәндә).

Конкурста ҡатнашыу өсөн 2 июнгә ҡәҙәр заявка биреү мотлаҡ (һеҙгә уңайлы ысул менән: e-mail, факс, хат).

Конкурс шарттары һәм тәртибе хаҡында тулы мәғлүмәт «Тармаҡ-ара институт» учреждениеһы сайтында урынлаштырылған: www.bmipk.ru .

Һөнәри конкурс еңеүсеһе экология буйынса халыҡ-ара конференцияла ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть